Бөгөн Фирдүс Садретдинов - ике исем эйәһе. Уға Ислам тип тә, Фирдүс тип тә өндәшәләр. Туғыҙ йәшендә ул бик ныҡ ауырып киткәс, ата-әсәһе исемен алмаштырта. Һәм малай йүнәлә.
– Мәғәнәләре дөрөҫ булмаған, һиңә тап килмәгән исемде тиҙ арала алмаштырыр кәрәк. Бәхетһеҙлек теләгән, мәғәнәһеҙ, насарлыҡҡа өндәй торғанын үҙгәртеү һәйбәт инде. "Ислам" исеме мине тыуғандан алып борсоп килде. Күптәр исем алмаштырып ҡына яҙмышты үҙгәртеп булмай, ти. Әлеге фекер менән килешмәйем, сөнки миңә бының файҙаһы тейҙе. Ауырып киткәс, миңә исемемде алмаштырырға тура килде. Шунан күңелем тынысланды, тиҙ арала терелдем. Мулла Фирдүс исемен ҡушҡан көндән алып, үҙемде башҡа кеше итеп хис итәм, – ти ул.
Барыһы ла йәйге лагерҙа була. Ислам тик торғанда насар һөйләшә, тотлоға башлай. Бөтәһе лә уның тотлоғоуы үҙенән-үҙе бөтөр, хәл яйланыр тип уйлай. Тик, киреһенсә, көндән-көн малайҙың һөйләше боҙола, ул ауырлыҡ менән аралаша. Быға өҫтәп, насар йоҡлай, гел тынысһыҙлана, әлеге халәтенән оялып илай башлай. Ҡайҙа ғына барып, кемдә генә дауаланмайҙар. Тәжрибәле табиптар, логопед, невролог, психолог, өшкөрөүсе әбейҙәр – береһе лә ҡалмай.
– Әсәйемдең танышы беҙгә исемемде алмаштырып ҡарарға тәҡдим итте. Ғаилә менән аҙнанан ашыу уйландыҡ, оҙаҡ ҡына тәүәккәлләй алмай торҙоҡ. Унан һуң мәсеттәге мулла менән кәңәшләшеп, бергәләп исем һайланыҡ һәм тиҙ арала Фирдүс булып ҡуйҙым. Ислам исемен насар тип әйтергә теләмәйем, ләкин мин уны күтәрә алманым. Ислам һүҙе таҙалыҡ, паклыҡ, камиллыҡты, Аллаһ Тәғәләне ололауҙы аңлата. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән исем, шуға күрә бының менән һаҡ булырға кәрәк. Ул исемде йөрөткән кешенең яҙмышы ауыр булыуы мөмкин.
Аллаһтың ҡөҙрәте менән тотлоғоуым да бөттө. Мәктәптә уҡығанда ауырыраҡ булды инде, класташтарым тиҙ генә өйрәнә алманы. Уҡытыусылар ҙа: “Һиңә хәҙер кем тип өндәшһәк дөрөҫ була?” тип аптыратып бөтөрә ине. “Ислам” тип әйтеүселәр асыуымды ҡабарта, уларҙы тиҙ генә төҙәтергә тырышам. Тотлоғоп ауырығанымды иҫкә төшөргөм килмәй. Яңы таныштарым менән эш күпкә еңел – улар элекке исемемде белмәй. Дүрт йыл осрашып йөрөгән ҡыҙым бар, уға ла “Ислам” булып йөрөгәнемде һөйләгәнем юҡ әле, - ти ул.
Әлфир Байымов фотоһы.