Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Август 2025, 21:15

Ошо өс аятты уҡыһаң, 70 мең фәрештә һаҡлар, тиелә

Фәрештәләр ахшамға ҡәҙәр истиғфар әйтеп торорҙар, ярлыҡау һорарҙар. Әгәр ул шул көндө үлеп китһә, шәһиттарҙан иҫәпләнер.

Ошо өс аятты уҡыһаң, 70 мең фәрештә һаҡлар, тиелә
Ошо өс аятты уҡыһаң, 70 мең фәрештә һаҡлар, тиелә

«Әл-Хәшер» сүрәһенең һуңғы аяттарының - 22-се, 23-сө, 24-се - хикмәттәре:
  — Аллаһы Тәғәләнең Рәсүле салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм: «Кем иртәләрендә 3 мәртәбә «Әғүҙү билләәһис-сәмииғул-ғәлиим минәш-шәйтаанир раждиим» — тип, «Әл-Хәшер» сүрәһенең һуңғы 3 аяттын уҡыһа — уның өсөн 70 мең фәрештә ахшамға ҡәҙәр истиғфар әйтеп торорҙар, ярлыҡау һорарҙар. Әгәр ул шул көндө үлеп китһә, шәһиттарҙән иҫәпләнер. Ахшамдарында шулай уҡыусыларға ла шул уҡ булыр», — тигән.
   — «Әл-Хәшер» сүрәһен уҡыусыға йәннәт, йәһәннәм, ғәрше-газыйм, көрси, күктәр, ер, елдәр, болоттар, ҡоштар, башҡа төрлө хайуандар, тауҙар, ҡояш, ай һәм бөтөн фәрештәләр доғала булырҙар, ярлыҡау һорарҙар» (хәҙис-шәриф).
   — «Әй Ғәли! «Әл-Хәшер» сүрәһен уҡыһаң, Ҡиәмәт көнөндә һәртөрлө ҡыҫыуҙан, хәсрәттән имен булырһың!» (хәҙис-шәриф.)

Уҡыйбыҙ:

21-23-сө: Ләү әңзәлнәә һәәҙәл – Ҡур‘әәнә ғәләә джә – бәлил – ләра`әйтәһү хаашиғәм мүтәсаддиғәм мин хашйәтилләәһ үә тилкәл – әмҫәәлү надрибүһәә линнәәси ләғәлләһүм йәт – фәккәруун. Һүүәллааһү – лләҙии ләә иләәһә илләә һүүә ғәәлимүл – ғайби үә – шшәһәәдәти һүүә-ррахмәәнү- ррахиим. Һүүә-ллааһү-лләҙии ләә иләәһә-илләә һүүәл-әлмәликүл-ҡуддүүсү-ссәләә-мүл-мүьминүл-мүһәйминүл-ғәзиизүл-джәббәәруль-мүтәкәббиру. Сүбхәәнә Аллаһи ғәммә йүшрикүүн.

24-се: Һүәә-ллааһуль-хаалиҡуль-бәәри`ул-мүсаууируләһүл-әсмәә‘үл- хүснәә йүсәббихү ләһүмәәфии-ссәмәәүәәти үәл-ардыи үә һүүәл ғәзиизүл-хәкиим.

Мәғәнәһе:

21-23-сө: Әгәр Беҙ был Ҡөрьәнде  тау өҫтөнә төшөрһәк, Алланан ҡурҡыуҙан тауҙың түбәнселек менән ярылғанын күрер инек.Ошондай миҫалдар килтерәбеҙ Беҙ кешеләргә, ихтимал, улар фекер йөрөтөрҙәр! Ул – Аллаһ, Унан башҡа илаһ юҡ. Ғәйеп нәмәне лә, асыҡты ла белә, Ул – рәхмәтле, рәхимле! Ул – Аллаһ, Унан башҡа илаһ юҡ. Ул – батша, изге, тыныс,тоғро, һаҡлаусы,бөйөк, ҡөҙрәтле, юғары күтәрелгән. Аллаға дан, Уға ҡушып һөйләгәндәрҙән юғары ул!

24-се: Ул – Аллаһ, барлыҡҡа килтереүсе, төҙөүсе, һүрәткә индереүсе. Иң гүзәл исемдәр Уныҡы. Күктәрҙә Ерҙә булған нәмәләр Уға тәсбих әйтәләр. Ул – бөйөк, хикмәтле!

Фото: С. Байегеттең шәхси архивынан.

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас