-13 °С
Болотло
Баймаҡ районының Темәс ауылы халҡы хәленән килгәнсә махсус хәрби операциялағы яҡташтарына ярҙам итә. МХО-нан ҡайтҡан яугир шул турала һөйләп, темәстәрҙең ярҙамы тураһында Новосибирск, Алтай егеттәре лә балды, ҡоротто, ҡымыҙҙы, башҡорт аш-һыуын белә, ти.
Яугир һәм уның ҡатыны ҡорбан салдырып, Әғзәм мулланы, диндә булғандарҙы, күршеләрен, туғандарын йыя. Бергәләп аш ашап, донъялар тынысланһын өсөн доға ҡылалар. Яугир яҡташтары менән ғорурланыуын белдерә.
Фото: И. Байымовтан.