Иман
9 Сентябрь 2025, 19:40

Ауырығанда уҡыла торған доғалар

Күҙ һәм ашҡаҙан ауырыуҙарынан зарланыусы кеше, ауыртҡан еренә ҡулын ҡуйып, сүрәнең беренсе биш аятын уҡып торһон. 

Ауырығанда уҡыла торған доғаларАуырығанда уҡыла торған доғалар
Ауырығанда уҡыла торған доғалар

Һүҙ - "Йәсин" сүрәһенең шифаһы тураһында. Күҙ һәм ашҡаҙан ауырыуҙарынан зарланыусы кеше, ауыртҡан еренә ҡулын ҡуйып, сүрәнең беренсе биш аятын уҡып торһон. 

Тағы ла ауырығанда уҡыр өсөн аяттар:

«Бисмилләһир-рахманир-рахим. Үә йәшфи судура ҡаумим-мүмининә үә йүҙһиб ғайҙа ҡулүбиһим». Мәғәнәһе: «Рәхмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым. Аллаһ Тәғәлә иманлы бәндәләрҙең күкрәктәренә шифа бирер. Күңелдәрендәге үс алыу һәм дошманлыҡ тойғоларын бөтөрөр».

«Йә әййүһән-нәс. Ҡад жәткүм мәүғиҙатүн мир-раббикүм үә шифә үл-лимә фис-сүдүри үә һүдәү – үә рахмәтәл – лил-мүъминин». Мәғәнәһе: «Эй, кешеләр Һеҙгә Раббығыҙҙан өмөт һәм күңелдәрегеҙҙә булған нәмәнән шифа килде һәм иман килтергән кешеләргә тура юл һәм рәхмәт килде».

«Үә нүнәззилү минәл – Ҡуръәни мә һүә шифәүн үә рахматуллил- мүъминин».
Мәғәнәһе: «Беҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нәмәне индерәбеҙ».

Н. Хәлисов фотоэтюды.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас