Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Декабрь 2025, 02:00

Мәрхүм атай-әсәй өсөн үҙебеҙ доға ҡылайыҡ

Иң яҡшыһы мәрхүм ата-әсә өсөн үҙ балаларының доға ҡылыуы. Был ҡыҫҡа, еңел доғаларҙы ятлап алыуы ауыр түгел. 

Мәрхүм атай-әсәй өсөн үҙебеҙ доға ҡылайыҡ
Мәрхүм атай-әсәй өсөн үҙебеҙ доға ҡылайыҡ

«Раббәнә-ғфирлии үәли-үәлидәййә үә лиль-мүьминиинә йәүмә йәҡуумул-хисәәбе».
Мәғәнәһе: Әй Раббыбыҙ! Ғәфү ит мине һәм ата-әсәйемде, һәм барса мөьминдәрҙе Ҡиәмәт көндө хисап ҡылынған саҡта.
(«Ибраһим» сүрәһе, 41-се аят).

«Раббир-хәмһүмәә кәмәә Раббәйәәнии сағыйра».
Мәғәнәһе: Әй Раббым! Улар мине мәрхәмәт менән тәрбиә ҡылғаны кеүек, Һин дә уларға донъяла һәм ахирәттә шәфәғәт ҡыл!
(«Исра» сүрәһе, 24-се аят)

Фото: нейроселтәр.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас