Бөтә яңылыҡтар
Иман
11 Февраль , 08:00

Йортҡа, нигеҙгә доға ҡылыу

Әй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым, ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңә бойһона! Барлыҡ һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда! Әй, Раббым, теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр иңдерәһең! Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың. Әй, Раббым, ошо нигеҙҙәргә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде иңдер. Ошо нигеҙҙә йәшәүсе бәндәләреңдең тәндәренә - сихәт, йәндәренә -тыныслыҡ, ҡәлебтәренә һиҙәйәт нурын иңдер һәм араларына өлфәт мәхәббәттәр насип ит.

Йортҡа, нигеҙгә доға ҡылыу
Йортҡа, нигеҙгә доға ҡылыу

Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә үә әңтә хайруль мүңзилиинә раббәнәә әәтинә фиддүньйәә хәсәнәтән үә фил әәхыйрати хәсәнәтән үә ҡыйнәә гәзәәбә ннәәр. ‎

Әй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым, ерҙәр ҙә, күктәр ҙә Һинең әмереңә бойһона! Барлыҡ һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда! Әй, Раббым, теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр иңдерәһең! Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың. Әй, Раббым, ошо нигеҙҙәргә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде иңдер. Ошо нигеҙҙә йәшәүсе бәндәләреңдең тәндәренә - сихәт, йәндәренә -тыныслыҡ, ҡәлебтәренә һиҙәйәт нурын иңдер һәм араларына өлфәт мәхәббәттәр насип ит.

Амин!

Автор: Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас