Күптәр: "Сәхәр ашамаған кешенең ураҙаһы дөрөҫмө?" - тип һораша. "Шәриғәт" китабында ошолай яҙылған:
"Ураҙа тоторға ниәтләгән кеше таң атҡанға ҡәҙәр ашамай һәм сәхәрһеҙ ураҙа тота икән, уның ураҙаһы дөрөҫ була, ләкин сауабы аҙыраҡ. Сөнки ул Мөхәммәт пәйғәмбәр сөннәтенә ҡараған бер ғәмәлде эшләмәйенсә ҡалдыра".
Шулай ҙа сәхәр - фарыз түгел, ә сөннәт ғәмәл. Үтәһәк - сауап, үтәй алмаһаҡ, гонаһ һаналмай. Әммә иртәнге сәхәр ашау ризығы бәрәкәтле, тиелә хәҙистәрҙә. Организм өсөн ризыҡланыу кәрәк.