Бөтә яңылыҡтар
Иман
5 Март , 23:20

"Яулыҡ ябынмайым. Миңә ураҙа тоторға яраймы?"

Ураҙа тотоуға бәйле бик күп һорауҙар тыуа. Сәхәр ашамаһаң, ураҙаң дөрөҫ буламы? Ауыҙ асыуға кәмендә туғыҙ кеше саҡырырға тейешһеңме? Буятылған тырнаҡ менән ураҙа тоторға яраймы? Яулыҡта булмаһаң, ураҙаң ҡабул буламы?..

"Яулыҡ ябынмайым. Миңә ураҙа тоторға яраймы?"
"Яулыҡ ябынмайым. Миңә ураҙа тоторға яраймы?"

«Яулыҡ ябынмайым, миңә ураҙа тоторға яраймы?» – тип һорағандар ҙа бар. Был һорауға Рөстәм хәҙрәт Хәйруллин яуап бирә:

- Яулыҡта йөрөмәһәгеҙ ҙә, намаҙҙа булмаһағыҙ ҙа, хатта араҡы кибеттәрендә һатыусы булып эшләһәгеҙ ҙә, ураҙа тота алыу – ҙур бәхет. Аллаһ Тәғәлә уны һәр кемгә лә бирмәй. Ураҙаны Аллаһ ризалығы өсөн тоторға тейешбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр ураҙа тотоусыға: «Һин намаҙҙа түгелһең, ураҙаң ҡабул булмай!» –  ти. Ундай кешеләрҙе тыңламағыҙ. Ураҙаны ла, намаҙҙы ла ҡабул итеүсе – бер Аллаh! Беҙҙең намаҙ-ураҙаларыбыҙҙы, ҡылған доғаларыбыҙҙы, биргән саҙаҡаларыбыҙҙы ҡабул итеүсе – бер Аллah. Уларҙың ҡабул булыу-булмауын бер Аллаh Тәғәлә үҙе генә белә. Намаҙ уҡыр кәрәк, уны уҡымау – гонаh. Ә бит намаҙ уҡыу кешенең ни бары 3-5 минут ваҡытын ала. Намаҙҙы өйрәнегеҙ, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, берләшеп, намаҙлы булайыҡ.

Ҡатын-ҡыҙҙар матур булырға ярата. Хәҙер уларҙың күбеһенең тырнаҡтары буялған. «Ундай тырнаҡтар менән ураҙа тоторға ярамай» тиеүселәр осрай. Тырнаҡ мәсьәләһе ураҙаға түгел, намаҙға ҡайтып ҡала, сөнки уны уҡыр алдынан тәһәрәт алырға кәрәк. Әгәр ҙә тырнаҡтар буялған булып, һыу үтмәй икән, тәһәрәт дөрөҫ булмай. Шуға күрә күҙ тейә, боҙомдар эләгә.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, Аллаh ризалығы өсөн hәр ваҡыт таҙа, ғөсөллө булып йөрөгөҙ. Намаҙлы, ураҙалы булып йәшәйек. Аллаh Тәғәлә бәрәкәттәрен бирһен.

Фото: яһалма инлеллект ярҙамында эшләнде.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-213523767_81083

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас