

Рөстәм хәҙрәт Хәйруллин шайтандар тураһында иҫкәртә.
"Шайтан беҙҙе ниндәйҙер насар эш эшләргә мәжбүр итә алмай. Ул бары кәңәш бирә, йәғни "вәсвәсә" ҡыла, ҡоторта. Мәҫәлән, атай-әсәйҙең хәлен белергә, уларға ярҙам итергә, баҡса ҡаҙырға йыйындыҡ, ти. Шул ваҡыт шайтан ҡолағыбыҙға "ниңә бараһың, былай ҙа эшең күп бит, киләһе аҙнала барырһың әле" ти. Кеше иһә үҙе һайлай: барырғамы, юҡмы...
Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ Тәғәлә "И, кеше, ни эшләп боҙоҡлоҡ ҡылдың?" тип һорағас, кеше "Йә, Аллаһ, мин ғәйепле түгел, шайтан ҡотортто" тип әйтер, ти. Шул саҡ шайтан "Йә, Аллаһ, мин уға кәңәш кенә бирҙем, ул үҙе һайланы" тип яуап бирер.
Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең шундай һүҙҙәре бар: шайтан кешенең ҡан тамырҙары буйлап йөрөй, ул беҙгә бик яҡын, уның төп ярҙамсыһы – беҙҙең нәфсебеҙ.
Нәфсе һәр ваҡыт шайтан файҙаһына "уйнай". Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә беҙҙе шайтан вәсвәсәләренән һаҡлаһын.
Шайтандан ҡотолоп, йәки уның йоғонтоһон кәметеп буламы?
Эйе. Иң беренсе ҡорал – «Аятел-Көрси». Хәтерләйһегеҙҙер, әсәй-өләсәйҙәр ишек башына "Аятел-Көрси" элә ине. Уға эйәреп беҙ ҙә эләбеҙ. Әммә бер нәмәне онотабыҙ, уның мәғәнәһен аңлап бөтмәйбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ әйткән: кеше өйөнән был аятты уҡып сығып китһә, ул өйөнә әйләнеп ҡайтҡансы Аллаһ уға махсус һаҡлаусы фәрештә бирер, ул ен-пәрейҙәрҙән, шайтандарҙан һаҡлар, һәм кеше өйөнә иҫән-һау ҡайтыр".
Ә беҙ ишек аша сығыр алдынан башыбыҙҙы күтәреп, өҫтә эленеп торған "Аятел-Көрси"не уҡыйбыҙмы һуң?..
Автор фотоһы.