Иман
27 Мая , 05:00

Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән тәбрикләне.

Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ҡорбан байрамы менән тәбрикләне.
 
- Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Исламдағы мөһим байрамдарҙың береһе - Ҡорбан байрамы уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ. Тормош нисек кенә үҙгәрмәһен, традицион ҡиммәттәр беҙҙең өсөн мәңгелек булып ҡала. Беҙ ата-олатайҙарыбыҙ ҡушҡанса йәшәйбеҙ: туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрәбеҙ, мохтаждарға ярҙамға киләбеҙ, Ватан һағына баҫабыҙ.
 
Һәр заманда ла Башҡортостандың мосолман өммәте дини белем биреү үҫешенә, республикабыҙ халыҡтары араһында үҙ-ара ихтирамды, йылы мөнәсәбәтте нығытыуға  ҙур өлөш индерә. Дин әһелдәренең нәсихәттәре һынауҙарҙы үткәндә беҙгә рухи көс бирә.  
 
Был изге көндәрҙә туғандарыбыҙҙың һәм яҡындарыбыҙҙың, беҙҙең һаҡсыларыбыҙҙың һаулығы, республикабыҙҙың һәм дөйөм йортобоҙ Рәсәйҙең именлеге, сәскә атыуы өсөн доғаларыбыҙ менән Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итәбеҙ.
 
Башҡортостандың мосолман ойошмаларына йәмәғәт тормошонда һәм йәштәрҙе тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡандары, махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына рухи һәм гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм.
 
Һеҙҙең ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт мөхәббәт һәм татыулыҡ булһын, йорттарығыҙ балаларҙың шат тауышына тулһын! Ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм иң изге теләктәр теләйем! – тиелә ҡотлауҙа. ✅
 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас