Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
13 Февраль 2023, 21:50

Мөһим объекттар яҡтыртылған булырға тейеш

Был аҙнала халыҡты тағы ниндәй проблемалар борсоған? 

Мөһим объекттар яҡтыртылған булырға тейеш
Мөһим объекттар яҡтыртылған булырға тейеш

Республикаға Идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” мәғлүмәт системалары һуңғы аҙнала 3 999 мөрәжәғәт теркәгән. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда 100 хәбәргә күберәк. Республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская республика етәксеһе Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошондай һандар килтерҙе.

Үҙәктең статистикаһы буйынса, һуңғы ете көндә республика халҡын айырыуса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы проблемалары борсоған. Был темаға социаль селтәр менән ҡулланыусылар 540 хәбәр ҡалдырған.

Мөрәжәғәттәр һаны буйынса иң популяр биш өлкә иҫәбендә шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау (479), төҙөкләндереү (448), юлдар (401) һәм социаль хеҙмәтләндереү (377 мөрәжәғәт) бар.

Төҙөкләндереү темаһы тәүге өс лидер иҫәбендә ҡала. Һуңға арала ҡар яумаһа ла, республика халҡы тротуарҙарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыуҙы һорай. Шулай уҡ кешеләрҙе йорт яны биләмәләрен тәртипкә килтереү һәм урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре борсой.

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаевҡа төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән берлектә урамдарҙы яҡтыртыу буйынса мөрәжәғәттәрҙе анализларға ҡушты.

– Республика бюджетында беҙ тораҡ пункттарҙы яҡтыртыуға аҡса һалдыҡ. Муниципалитет башлыҡтары менән эшләй башлайбыҙ. Мәктәп, дауахана, балалар баҡсалары янындағы урынды яҡтыртырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: