Рф Енәйәт кодексының 290-сы статьяһының 6-сы өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа (айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыу) шикләнеү буйынса Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса өсөнсө бүлеге Мәләүез районы хакимиәтенең элекке башлығын ҡулға алды.
Тәфтиш версияһы буйынса, 2020-2022 йылдарҙа район башлығы төҙөлөш компанияһы ойоштороусыларынан дөйөм хаҡы 4,1 миллион һумдан ашыу булған өс фатир рәүешендә айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алған.Төҙөлөш компанияһы менән ер участкаларын ҡуртымға алыу килешеүҙәрен төҙөүҙә һәм артабан Мәләүез ҡалаһының парк зонаһында урынлашҡан ер участкаларында күп фатирлы торлаҡ йорттар төҙөүгә рөхсәт биреүҙә булышлыҡ иткән өсөн. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, фатирҙар етәксенең туғандарына аралашсылар аша рәсмиләштерелгән. Енәйәт факты оператив-эҙләү саралары барышында ФСБ һәм Эске эштәр министрлығының республика идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан асыҡлана. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсе РФ енәйәт-процессуаль кодексының 91-се статьяһы тәртибендә ҡулға алынған, уның менән тәүге тикшереү эштәре үткәрелә, уға иҫкәртеү сараһын һайлау мәсьәләһе хәл ителә.
Рөстәм Шәмсетдинов 2016 йылдың 15 ғинуарында район хакимиәте етәксеһе вазифаһын биләне һәм 2018 йылда ҡабаттан һайланды. Быйыл октябрь башында ул район советының элекке составының вәкәләтлек срогы тамамланыуға бәйле вазифаһынан киткәйне, ҡабаттан хеҙмәт контракты төҙөп, бөгөн, 31 октябрҙә, район хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс үтергә тейеш ине. Әммә конкурста кемдең ҡатнашҡанын асыҡлау мөмкин булмай: был хаҡта мәғлүмәттәр район советы сайтында юҡ.
Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/law/2024-10-31/byvshiy-glava-meleuzovskogo-rayona-zaderzhan-po-podozreniyu-v-poluchenii-vzyatki-3991670