Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
25 Ноябрь 2024, 20:00

Эттән ҡотолам тип ...һаҙға батҡан

Өфөлә берәҙәк эттәр яңғыҙ ҡыҙға һөжүм иткән

Эттән ҡотолам тип ...һаҙға батҡан
Эттән ҡотолам тип ...һаҙға батҡан

 Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһе Өфөлә эттәр һөжүеменә бәйле тикшереү үткәрергә ҡушҡан.

22 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында шундай хәүефле хәл булды: Инорс биҫтәһендә уҡыуға китеп барған ҡыҙға бер нисә берәҙәк эт һөжүм итә. Был хәлде урам видеокамералары яҙҙырған. Ҡыҙ, уларҙан ҡотолоу маҡсатында, йоҡа боҙға төшә, ул ярылып, тубыҡтан һыуға бата. Бәхеткә, ике ир килеп сығып, уны эттәрҙән аралап ала.

Был ваҡиға тураһында юғары даирәләрҙә лә хәбәрҙар булдылар.  Инцидент буйынса тикшереү бара. Уны Рәсәй Тәфтиш комитеты  башлығы Александр Бастрыкин контроленә алған.

Фото: А. Нурмөхәмәтов.

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас