Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
25 Ноябрь 2024, 08:50

Төркиәгә осҡан беҙҙең самолет янған

Уның бортында 89 пассажир булған.

Төркиәгә осҡан беҙҙең самолет янған
Төркиәгә осҡан беҙҙең самолет янған

Кисә Сочи-Анталья маршруты буйынса осҡан самолет Төркиәгә барып төшкәс янып киткән. Әйтеүҙәренсә, лайнер осоу һыҙатына бик ҡаты ултыра, шунан двигателдән яғыулыҡ ҡойола башлай һәм ике минуттан янғын сыға.

Бортта 89 пассажир, алты экипаж ағзаһы була. Ҡотҡарыу хеҙмәттәренең һәм экипаждың етеҙ эш итеүе арҡаһында берәү ҙә зыян күрмәй, бөтәһен дә ҡотҡаралар. 

Ғәҙәттән тыш хәл көслө ел һәм ҡар яуыуы сәбәпле килеп тыуған тип фаразлайҙар.

Фото: @antalyabilgleri X.com

 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас