Бөгөн иртән Татарстандың Ҡазан ҡалаһына пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итә. "Лазурные небеса" торлаҡ комплексындағы 37 ҡатлы йорттоң өҫкө ҡатына дрон осоп килеп инә һәм шартлай. Көслө янғын башлана. Кешеләрҙе эвакуациялағанда тағы берәүһе һөжүм итә.
Бынан тыш, башҡа йорттарға ла, мәҫәлән, "Манхэттен" торлаҡ комплексында һәм биш ҡатлы өйгә лә, дрондар бәрелеүе тураһында хәбәрҙәр бар. Әйтеүҙәренсә, БПЛА-лар һигеҙ була. Улар Камалиев (икәү), Клара Цеткин, Ютазы, Һаҙи Таҡташ, Красная Позиция урамдарына йүнәлтелә. Берәүһе сәнәғәт биләмәһенә һөжүм итә, берәүһе йылға өҫтөндә бәреп төшөрөлә.
Халыҡ эвакуациялана. Зыян күргән кешеләр тураһында хәбәр ителмәй әле. Хәлде күҙәтәбеҙ.
Фото/видео: Телеграм/MASH, SHOT.