Бөгөн Салауат ҡалаһындағы производствола, технологик процесс боҙолоу сбәпәле, мейес ҡорамалы сайтан сыға һәм бина емерелеп, янғын башлана.
Емереклектәр аҫтында бер кешенең булыуы ихтимал, ә өс зыян күреүсе төрлө дауаханаларға оҙатылды, тип хәбәр итте Башҡортостан МЧС-ы. Ут һүндерелгән, урында ҡотҡарыусылар эшләүҙе дауам итә.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, зыян күреүселәрҙең хәле контролгә алынған. "Свеча" предприятиеһынан Салауат ҡалаһы дауаханаһына ике пациент килтерелә. 43 йәшлек ир үтә ауыр хәлдә реанимацияла. Тәне бешкән 40 йәшлек ирҙе табиптар ҡарағас, артабан Стәрлетамаҡтағы дауаханаға оҙаталар. Тағы бер кешене Стәрлетамаҡтағы 1-се дауаханаға килтерәләр. Ул да ауыр хәлдә реанимацияла.
Сығанаҡ, фото: МЧС Башҡортостан.