-14 °С
Ҡар
Бөгөн иртән, 10-сы яртыла Свердловск өлкәһенең Серов ҡалаһында бер фатирҙа шартлау була. Биш ҡатлы йорттоң бишенсе ҡатында шартлау яңғырай.
Хәбәр итеүҙәренсә, ир кеше сәй ҡайнатырға ҡуя. Һәм... сәйнүк шартлай. Дөрөҫөрәге, газ.
Дүрт кеше зыян күргән, араларында балалар ҙа бар. Ҡаршы йорттағы фатирҙарҙың да тәҙрә быялалары селпәрәмә килгән.
Ҡотҡарыусылар емереклектәрҙе тикшерә. Газ, ут менән һаҡ булығыҙ!
Фото: МЧС.