Өфөнән 29 йәшлек Гөлназ Ғибәҙәтова (Хәбибуллина) 2 июлдә хәбәрһеҙ юғала. Был турала «Башрегионспас» эҙләү-ҡотҡарыу отряды хәбәр итә.
Ул күк джинсы салбар, ҡыҫҡа еңле күк күлдәк кейгән, аяғында — һоро кроссовка. Буйы — 175 сантиметр, кәүҙәгә ҡаҡса, сәсе ҡарағусҡыл, ә күҙҙәре йәшел.
Кем Гөлназдың ҡайҙалығын белә йә ошондай билдәләр менән таныш булмаған ҡатынды күрә, 8-937-3-102-112 йәки 112 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: «Башрегионспас».