Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
14 Август 2025, 17:20

"Был ҡот осҡос хәлдән һабаҡ алырға тейешбеҙ"

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 9 августа Башҡортостан сода компанияһына ҡараған «Каустик» предприятиеһындағы инцидент ваҡытында зыян күреүселәр ятҡан дауаханала булды.

"Был ҡот осҡос хәлдән һабаҡ алырға тейешбеҙ"
"Был ҡот осҡос хәлдән һабаҡ алырға тейешбеҙ"

Сәфәр барышында төбәк министрҙар кабинеты етәксеһе зыян күреүселәр ятҡан шарттарҙы тикшерҙе, шулай уҡ медицина персоналынан ауырыуҙарҙың хәлен белеште.

— Граждандарыбыҙҙың ғүмере һәм һаулығы - һәр ваҡыт өҫтөнлөклө бурыс. Тикшереүселәрҙең бер нисә фаразы бар, улар барыһын да асыҡлай. Хәҙер табиптарға барыһын да аяҡҡа баҫтырыу бурысы тора, – тине Андрей Назаров.

Бөгөнгә медицина учреждениеһында өс зыян күреүсе дауалана. Барыһына ла квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә.

– Бындай хәл ҡабатланмаһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, әммә беҙҙең өсөн иң мөһиме – һаулығығыҙ. Хәҙер һеҙҙе дауалау, аяҡҡа баҫтырыу, һуңынан реабилитациялау, тулыһынса һауығыу бурысы тора. Ҡалған мәсьәләләр хәл ителәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров зыян күреүселәрҙең береһе менән әңгәмәлә.

Үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә Премьер-министр: "Был ҡот осҡос хәл барыбыҙға ла һабаҡ булһын. Бының өсөн етди саралар күрәбеҙ. Ремонтлау ҡаласығы артабан айырым, ситтә буласаҡ", - тип яҙҙы.

Андрей Назаров төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бөтә зыян күреүселәрҙең хәлен даими күҙәтергә, уларҙы дауалау сифатын тикшерергә, шулай уҡ ғаиләләргә кәрәкле психологик ярҙам күрһәтергә ҡушты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры, төбәк етәкселеге хәлде шәхси контролдә тотоуын дауам итә, тип билдәләне.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27303/

"Был ҡот осҡос хәлдән һабаҡ алырға тейешбеҙ"
"Был ҡот осҡос хәлдән һабаҡ алырға тейешбеҙ"
"Был ҡот осҡос хәлдән һабаҡ алырға тейешбеҙ"
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас