Рәсәй йырсыһы һәм музыканты Игорь Николаевтың "Выпьем за любовь" тигән йыры бар. Өфөнән эшҡыуар ҡатын Әлиә Нуриева үҙенең шоколадын ошолай атай һәм "Вайлдберриз"ға һатыуға сығара. Тышлыҡта мыйыҡлы бесәй шарап һалынған бокал тотоп тора, өҫкө яҡҡа "Мөхәббәт өсөн эсәйек!" тип яҙылған. Хаҡы 570 һумғаса.
Быны белеп ҡалған Николаев судҡа бирә. Күрәһең, ул йырының исеменә хоҡуғын патент менән нығытҡан. Композитор Нуриеванан 250 мең һум талап итә.
Башҡортостандың арбитраж суды был сумманы 25 меңгә ҡалдыра. Эшҡыуар ҡатын шул суммала штраф түләйәсәк. Был аҡса ла бер ҡап шоколад өсөн ҙур ғына сумма.
Тәм-том фигура өсөн генә түгел, аҡса янсығы өсөн дә хәүефле икән!
Фото: Э. Ибраһимова.