Республика балалар клиник дауаханаһы һәм республика кардиология үҙәге табиптары йөрәк яраһы алған ҡыҙҙың ғүмерен ҡотҡарған. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.
11 йәшлек ҡыҙ һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бәләгә тарый. Инцидент Иглин районында пневматик ҡоралға бәйле бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә була.
"Ашығыс ярҙам" хеҙмәте баланы ауыр хәлдә йөрәк һәм үпкә йәрәхәте менән Республика балалар клиник дауаханаһына алып килә. Пациент көслө хәлһеҙлек, йотоу һәм тын алыуға бәйле ауыртыныуҙар кисерә.
Республика балалар клиник дауаханаһы хирургтарына кардиохирургтар ярҙамы талап ителә. Улар санитар авиация аша ғариза бирә. Балалар дауаханаһына оператив рәүештә Республика кардиология үҙәге кардиологы юллана. Улар бергәләп торакотомия – күкрәк ситлеген асып операция үткәрә һәм пуляны уңышлы сығарып ала.
Операциянан һуң ҡыҙҙы артабан күҙәтеү һәм дауалау өсөн кардиоүҙәккә күсерәләр.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.