Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
5 Ноябрь 2025, 00:30

Аттар йәш ҡыҙҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән

Ғәйепле табылмаған, ә ауыр хәлдәге Азалияны әсәһе Дилара тәрбиәләй. Уларға ярҙам кәрәк.

Аттар йәш ҡыҙҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән
Аттар йәш ҡыҙҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән

...2024 йылдың октябрендә Балаҡатай районының Ләүәле ауылынан Азалия Ямалова Екатеринбургтан атаһы һәм ағаһы менән бергә ауылына ҡайтып бара. 

Рябиновка ауылы янында ҡапыл юлға аттар сабып сыға. Уларҙың автомобиле аварияға эләгә. Алғы пассажир урынында ултырған Азалия ауыр баш һөйәге йәрәхәте ала. Ҡыҙ бөгөн үҙ аллы һөйләшә, хәрәкәт итә һәм туҡлана алмай. Зонд аша ашай, күҙҙәр менән ым-ишара аша аралаша. Табиптар даими реабилитация шарттарында аяҡҡа баҫыу мөмкинлеген белдерә. 

Азалияны әсәһе Дилара тәрбиәләй. Ҡыҙ әкренләп йомшаҡ аҙыҡты йоторға өйрәнә, ә бына трахеостома эшләүҙәре арҡаһында һөйләшә алмай.

Аварияға тиклем Азалия Екатеринбургта фармацевтика колледжын тамамлай һәм дарыуханала эшләй, уны яҡшы белгес тип беләләр. 15 августа ҡыҙға 24 йәш тулған.

Аварияла ғәйепле йылҡы хужаһы табылмаған, компенсация юҡ. Ғаилә бөтә иғтибарын дауалауға бүлә. Әле ҡыҙға ашығыс рәүештә 956 562 һумлыҡ дауалау талап ителә. Улар "Доктор Волкова реабилитацияһы" клиникаһына йыйына.

Ике ай эсендә был сумма йыйылған тиерлек. Аҙ ғына етмәй. Әгәр ярҙам итергә теләһәгеҙ, интернетта "Ямалова Азалия Юрис ҡыҙы 24 йәш, Балаҡатай районы, Ләүәле ауылы" тип яҙһағыҙ, ҡыҙ тураһында бөтә мәғлүмәт сығыр.

Фото: Ямаловтарҙың шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Аттар йәш ҡыҙҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән
Аттар йәш ҡыҙҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән
Аттар йәш ҡыҙҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән
Аттар йәш ҡыҙҙың яҙмышын селпәрәмә килтергән
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас