Пермь крайында туңып үлгән Өфө иренең тол ҡатыны хәлдең яңы нескәлектәрен һөйләне.
Оксана - Кваркуш платоһында һәләк булған дүрт туристың береһе Йософ Абду-Обайдехтың ҡатыны туристарҙың иҫерек булыуы тураһындағы имеш-мимештәргә асыулана.
Йософ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә тыуып үҫә, әммә күптән Рәсәйҙә йәшәй. Оксана менән бергә улар туғыҙ һәм 11 йәшлек ике бала тәрбиәләй. Ир әүҙем ял итергә ярата: балыҡ тотоу, квадроциклдар, ҡаргиҙәрҙәр уның яратҡан нәмәләре була. Һуңғы походҡа бер аҙна ҡалғас, улар бөтә ғаиләһе менән Павловка һыуһаҡлағысында тау шыуа. Оксана иренә юлға йыйынырға ярҙамлаша.
Социаль селтәрҙәрҙә күптәр туристарҙың үҙҙәре ғәйепле тип яҙа - йәнәһе, эскәндәр һәм аҙашҡандар. Оксана бының менән ҡәтғи риза түгел.
- Ирем изге Рамаҙан айында ураҙа тотто. Һәм уларҙың төркөмдәрендә күбеһе бөтөнләй эсмәй. Беҙҙең өсөн урманда нимә булғаны бик сәйер һәм аңлашылмай.
Был фажиғәлә берҙән-бер тере ҡалған кеше - 67 йәшлек Сергей. Әле ул дауаханала, йүнәлә, әммә әлегә ыҙалыҡ менән һөйләшә. Уның ҡатыны менән Оксана бәйләнештә, әммә тол ҡатын уны артыҡ һорауҙар менән борсомаҫҡа тырыша.
Оксана өсөн иң ауыры балаларына хәбәр итеү булған. Оҙаҡ ваҡыт уларға дөрөҫөн һөйләмәйҙәр . Эҙләү барған арала өлкәндәр бергә йыйылыша, әммә балаларҙан быны йәшерә.
"Балалар ауыр хәбәрҙе ныҡлыҡ менән ҡабул итте. Мин аптырап ҡалдым, быны көтмәгәйнем. Улар миңә көс өҫтәне", - ти Оксана.
Һәләк булғандар менән бәхилләшеүҙе Өфөлә үткәрергә планлаштыралар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 февралдә Өфөнән биш дуҫ ҡаргиҙәрҙәрҙә Пермь крайының Золотанка ауылынан Кваркуш платоһына юллана. Улар көслө буранға эләгә, ҡаргиҙәрҙәр артабан бара алмай. Төркөм ҡарҙы ҡаҙып, ышыҡ урын әҙерләй. Өсәүһе ярҙам көтә, икәүһе артабан китә, әммә урынға барып етмәй.
Тик иң өлкәндәре - 67 йәшлек Сергей Яковлев ҡына иҫән ҡала. Ул ҡар соҡоронда туғыҙ көн була, шуның өсәүһен — һәләк булған иптәшенең кәүҙәһе янында.
Эҙләүҙәр 1 мартта тамамлана. Дүрт турист туңып үлә, берәү иҫән ҡала.
Фото: соцселтәр.