Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
26 Июль 2022, 13:00

Иғтибар: Баймаҡта 14 йәшлек үҫмерҙе тапатып ҡасҡан әҙәмде эҙләйҙәр!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала вафат булған...

Иғтибар: Баймаҡта 14 йәшлек үҫмерҙе тапатып ҡасҡан әҙәмде эҙләйҙәр!
Иғтибар: Баймаҡта 14 йәшлек үҫмерҙе тапатып ҡасҡан әҙәмде эҙләйҙәр!

25 июлдә киске сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Баймаҡ ҡалаһының Әлибаев урамында авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ водитель 14 йәшлек йәйәүлене тапатып ҡасҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәт алған үҫмер вафат булған.

Әле баланы тапатып ҡасҡан водителде эҙләйҙәр. Республиканың дәүләт автоинспекцияһы был аварияның күргән йәки берәй мәғлүмәткә эйә булған кешеләрҙең яҡындағы полиция бүлегенә йәки Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ-һының айырым батальонының дежур часына 8(347) 235-84-02 телефонына хәбәр итеүҙәрен һорай.

Фото: @bash_gibdd.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: