Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Август 2022, 12:00

15 йәшлек үҫмер әрәм булды...

Мотоцикл уйынсыҡ түгел, балаларҙы һаҡлағыҙ.

15 йәшлек үҫмер әрәм булды...
15 йәшлек үҫмер әрәм булды...

23 августа киске сәғәт 8-ҙәр тирәһендә Балтас районының Иҫке Балтас ауылында “Лада Нива” автомобиле менән мопед бәрелешә. Аварияла мопед менән идара иткән 15 йәшлек үҫмер һәләк була. Уның 11 йәшлек пассажирына медицина ярҙамы талап ителгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Ошо уҡ көндө Баймаҡ районында Бекеш – 2-се  Этҡол автомобиль юлында “Иж Планета” мотоциклында 38 йәшлек ир түңкәрелә. Уның транспорт сараһы теркәлмәгән, водитель танытмаһы булмаған. Етмәһә, эскән.

22 августа Дүртөйлө районында киске сәғәт 9-ҙарҙа 24 йәшлек ир идара иткән “Лада Гранта” автомобиле менән “Хонда СБ400” мотоциклы бәрелешә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мотоциклдағы 21 йәшлек пассажир ваҡиға урынында йән бирә. Ул башына шлем кеймәгән булған. Был осраҡта ла мотоцикл рулендәге ирҙең бындай транспортты йөрөтөүгә категорияһы булмаған, техникаһы ла теркәлмәгән.

Мотоцикл, мопед һәм башҡа транспорт саралары уйынсыҡ түгел. Улар кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙыра. Ике көн эсендә мотоцикл ҡатнашлығындағы аварияларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлөүе ошоно дәлилләй түгелме?

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: @bash_gibdd.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: