Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Август 2022, 10:00

Баҫыу яна, тағы ла былтырғы мәшхәр башландымы?

Был юлы Көйөргәҙелә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған.

Баҫыу яна, тағы ла былтырғы мәшхәр башландымы?
Баҫыу яна, тағы ла былтырғы мәшхәр башландымы?

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Көйөргәҙе районының Яңы Урал ауылы эргәһендә ялан яна. Утты һүндереүгә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм Отрада ауыл хакимиәте биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы көстәре һәм саралары йәлеп ителгән.

Ут ялмап алған майҙан яҡынса 90 гектар тәшкил  итә. Уны ҡамап алғандар, әле һүндереү эштәре бара. “Ҡыҙыл әтәсте” ауыҙлыҡлауға министрлыҡтан дүрт техника йәлеп ителгән. Ауылға хәүеф янамай. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы күҙәтеүе аҫтында.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле Башҡоростандың 18 районында 5-се класс янғын хәүефе тора, шуға ла ут менән һаҡсыл эш итегеҙ, урманға сығыу һәм усаҡ яғыу тыйыла.

Фото: @mchsrb.

Баҫыу яна, тағы ла былтырғы мәшхәр башландымы?
Баҫыу яна, тағы ла былтырғы мәшхәр башландымы?
Баҫыу яна, тағы ла былтырғы мәшхәр башландымы?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: