Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Сентябрь 2022, 14:18

Киҙеү килә...

“Ноябргә тиклем прививка яһатығыҙ”, – ти табип.

НТА Приволжье
Фото:НТА Приволжье

Башҡортостанға коронавирустың яңы тулҡыны яҡынлаша. Өҫтәүенә республикаға киҙеү килеүе лә көтөлә. Был хаҡта СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү          буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль ЯППАРОВ һөйләне.

– Көҙгө һалҡындар етеү менән йоғошло сирҙәрҙең таралыуы билдәле. Әле киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙең көндән-көн артыуы күҙәтелә. Оҙаҡламай халыҡ­тың күпләп ауырый башлауы күҙ­аллана. Ә көҙ урталарында киҙеү хакимлыҡ итә башлаясаҡ. Өҫтәүенә коронавирус та бер ҡайҙа ла китмәгән әле. Икеләтә инфекция көтә тигән һүҙ, – ти баш табип. – Замандар үҙгәрҙе, хәҙер беҙ вируслы сирҙәр тураһында күберәк һөйләйбеҙ. Вакцинациялау һәм уны яңынан яһатыу хаҡында иҫкә төшөрөп кенә торабыҙ. Минең уйымса, быйыл киҙеү менән күпләп сирләү осраҡтары аҙ ғына һуңғараҡ буласаҡ. Күҙаллауымса, яҡынса ғинуар-февраль айҙарында киҙеү республикала ныҡлап тараласаҡ. Киҫкен респиратор вируслы сирҙәр тулҡыны башланды инде. Шулай уҡ коронавирус инфекцияһы ла тарала бара. Яңы штамдар таралыу ихтималлығы хаҡында ла һүҙ бара. Нигеҙҙә, улар – “омикрон”, “кентавр”, “ниндзя” төрҙәре. Донъяның башҡа илдәрендә тарала башлаған да инде. Азия илдәренән, Алыҫ Көн­сығыш яғынан киҙеү тулҡыны килә.

Рафаэль Яппаров быйыл прививка кампанияһының ғәҙәттәгенән иртәрәк башланыуын хәбәр итте. Башҡортостан билдәләнгән вакцина күләменең 50 процентҡа яҡынын алған. “Совигрипп”, “Ультрикс Квадри” препараттары менән прививка яһау дауам итә. Айырыуса бала­ларға (алты айлыҡтан алып), урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына, хроник сирҙәре булған 60 йәштән өлкәндәргә ҙур иғтибар бирелә. Хеҙмәте буйынса кешеләр менән тығыҙ аралашып эшләргә тура килгән һөнәр эйәләре – медицина, белем биреү учреждениелары, транспорт, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өлкәләре хеҙмәт­кәрҙәре тәү сиратта вакцина яһатырға тейеш.

Табип республиканың һәр кешеһенә прививка яһатырға тәҡдим итә. Уның әйтеүенсә, вакцина етерлек кимәлдә буласаҡ. Быйыл киҙеүҙән яҡынса 2,4 миллион кеше прививка эшләтәсәк. Хәҙерге ваҡытта республикала “Ультрикс Квадри” вакцинаһын балаларға һәм ауырлы ҡатындарға ҡаҙайҙар. Ете меңдән ашыу ауырлы ҡатынға прививка яһау бурысы тора, яртыһы киҙеүҙән эшләткән дә инде. Өлкән йәштәге халыҡҡа “Совигрипп” вакцинаһы тәҡдим ителә. Табип әйтеүенсә, хәҙер әсә булырға йыйынған ҡатындарға прививка ҡаҙауға ла йәмәғәтселек тыныс ҡарай башлаған. Әсә һәм бала һаулығын һаҡлау өсөн йөклөлөктөң икенсе һәм өсөнсө триместры һайлана. Ҡатындар иң сифатлы, хәүеф һәм өҙлөгөүҙәр тыуҙырмаған вакцина ала.

Эксперт әйтеүенсә, былтырғы йылдан айырмалы, быйыл коронавирустан һәм киҙеүҙән прививканы бер юлы эшләтеү тәҡдим ителә. Был бер юлы вакцина яһатыу мөмкинлеген раҫлаған яңы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһенә бәйле.

– Ике вакцина ла бер-береһе менән үҙ-ара “ярышмай”, уларҙың тәьҫир итеү механизмы төрлөсә, шуға күрә икеһе лә төрлө вирус­тарға ҡаршы һөҙөмтәле. Был осраҡ­та һүҙ әле файҙаланыуҙа булған “Спутник V” һәм киҙеүҙән яһатылған вакциналар тураһында бара, – тине Рафаэль Яппаров. – Киҙеүгә ҡаршы булғандары йыл һайын мотлаҡ яңыртыла, уларҙың штамм составы үҙгәртелә. Быйыл­ғыһы былтырғыһына оҡшаш.

Рафаэль Яппаров әйтеүенсә, хәҙер киҙеүҙе коронавирус инфек­цияһынан айырыуы ҡыйын, сөнки штамдар алмашынып тора. Уларҙың билдәләрендә киҙеүгә хас күрһәткестәр ҙә бар.

– Беренсенән, был сирҙең инкубация осоро бик ҡыҫҡа – ике-өс көн. Кеше үҙен төш мәлендә бик яҡшы тойоуы, ә кискә табан темпе­ратураһы 39 градусҡа тиклем күтәрелеп, аяҡтан йығылыуы ихтимал. Баш сатнап ауырта, тән һыҙлай. Был осраҡта киҙеү менән эш итергә тура килә. Коронавирус инфекцияһы менән хәл башҡа­сараҡ. Сир билдәләренең төрлө булыуы мөмкин. ”Дельта” өсөн, мәҫәлән, түбәнге тын юлдарының бик тиҙ зарарланыуы, пневмония башланыуы хас ине. Тәүҙә йүтәл, еҫ һиҙеүҙе юғалтыу, темпера­ту­раның 37–38 градусҡа күтәрелеүе, инкубация осороноң 14 көнгә етеүе күҙәтелде. Хәҙер инкубация осоро ҡыҫҡара, еҫ һиҙеүҙе юғалтыуҙың бөтөнләй күҙәтелмәүе мөмкин. Тымау тейеүе, тамаҡ ауыртыуы ихтимал.

Тик беҙ шуны хәтерҙән сығар­маҫ­ҡа тейешбеҙ: ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, әлеге ваҡытта коронавирус инфекцияһынан үлем кимәле 0,3–0,8 процент тирәһендә һаҡлана. Киҙеү менән сағыштырғанда, был күрһәткес, һис һүҙһеҙ, күберәк, шуға күрә коронавирус инфекция­һынан да, киҙеүҙән дә вакцина яһатырға кәрәк. Был йоғошло сирҙәрҙән өҙлөгөүҙәр етерлек: вируслы пневмония, ринит, синусит, менингит...

Эксперт Рәсәйҙә киҙеүҙән һәм коронавирустан ҡатнаш вакцина уйлап табылыуын белдерҙе, тик әлегә ул киң күләмдә ҡулланылмай. Препарат клиник һынауҙарҙың тәүге этабын үтә. Өсөнсө этабы алдағы йылда башланасаҡ. Әгәр барыһы ла ыңғай барһа, сәнәғәт кимәлендә уны ни бары 2024 йылда ғына етештереүгә тотонасаҡтар.

Рафаэль Яппаров коронавирус­тан һәм миҙгелгә хас йоғошло сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн Башҡорт­остан халҡын хәҙерҙән прививка эшләтергә саҡыра. Бөгөн һәр кем­дең киҙеүҙән һәм ковидтан бушлай вакцина яһатырға мөмкинлеге бар. Иң яҡшыһы – ноябрь айына тиклем, сөнки эпидемия баш күтәр­гәнгә ҡәҙәр иммунитет нығынып өлгөрәсәк.

 Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: