

19 сентябрҙә Күгәрсен районында кисен йәш ярамлыҡ баланың 30 сантиметр диаметрлы алты метрлыҡ торбаға төшөп китеүе тураһында яҙғайныҡ инде.
“Ауыр ҡотҡарыу операцияһы ике сәғәт дауам итте, әммә ул мәңгелек кеүек тойолдо”, – тип һөйләй ата-әсәһе.
Әле был ваҡиғаға бәйле яңы мәғлүмәттәр асыҡланды – яңыраҡ сабыйҙы дауахананан сығарғандар, ул иҫән-һау. Табиптар һәм психологтар уны тулыһынса тикшергән һәм һаулығына бәйле тайпылыштар тапмаған.
Малай дауахананан сыҡҡас, ҡотҡарыу операцияһында ҡатнашҡан ҡотҡарыусылар өйҙәренә барып, уның хәлен белгән, бүләк тапшырған.
“Бигерәк етди сабый, ысын ир! Йылмайманы, әммә үҙенең изге күҙҙәре менән әйтте, ә беҙгә башҡаһы кәрәкмәй”, – тип уртаҡлашты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының 84-се янғын-ҡотҡарыу часы янғын һүндереүсеһе Рөстәм Хәлитов.
Фото һәм яҙма: @mchsrb.