Хәүефһеҙлек
20 Ноябрь 2022, 07:00

Юл ҡорбандары булмаһын ине

Бөгөн – 20 ноябрь - Бөтә донъя Юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Юл ҡорбандары булмаһын инеЮл ҡорбандары булмаһын ине
Юл ҡорбандары булмаһын ине

Харис ағайым кескәй генә сағынан машина һатып алырға хыялланған. Матур төҫтә, кузов ялтырап тора, ә салонға кереп ултырһан – өр яңы автомобиль еҫе. Дуҫтары менән урамда уйнағанда, әлбиттә шофер ролен ҡалдырмай ине. Өйҙән таба ҡапҡасын да алып ҡасҡаны булғайны бер ваҡыт, уны емергән өсөн ныҡ ҡына эләккәйне ағайыма.

Үҫә килә хыялы ҡалдырманы Харис ағайымды. Мәктәптән һуң, 17 йәшлек егет училищеға уҡырға керә. Водитель таныҡлығында бер категорияһы ла буш ҡалмай: мотоциклдан алып автобусына тиклем йөрөтөргә өйрәнә. Маҡсат ҡуйылған икән – өлгәшергә кәрәк. Ғаилә ҡора, эшкә урынлаша, тик хыялына яҡынайып булмай. Аҡса яғы тик ҡулдан ғына машина һатып алырға етә ине. 50 йәшенә тиклем автосалонға юлы уңмай.

Күптән көтөлгән көн етте – тыуған көнө. Улының туйына һатып алынған костюмын кейеп, Харис ағайым ҡанатланып тигәндәй автосалонға йүнәлде. Ниндәйен алырын алдан белә ине, әлбиттә ҡыҙыл төҫтәге Лада Гранта. Ул ваҡытта улар яңы сыға башлаған ине.

Бына инде ул хәҙер ҡайтырға сыҡты. Докуметтарҙы тәртипкә килтергәнсе, страховкалау һәм заправкаға кереп сыҡҡансы, ҡояш төштө лә инде. Ҡаланан ауылға 40 километр араны тиҙерәк ҡайтып етергә уйлапмы, әллә машинаның көсөн тикшерергәме, Харис ағайым газга баҫа. Тик ҡайтып етмәй...

Аҙаҡ сәбәбе асыҡлана: юлға йүгереп сыҡҡан кәзәне бәрмәйем тип, Харис ағайым рулен бороп ебәрә һәм юл буйынан сығып оса. Машина бер нисә тапҡыр әйләнә. Авария урынына килгән врачтар ҡотҡарып өлгөрмәй. Ейәнсәре менән осраша алманы ағайым. Ҡыҙғаныс хәл.

Юл ҡорбандары кәмемәй. Быйыл  юл-транспорт фажиғәһенең бигерәк тә артыуы  хафаға һала. Автотранспорт һаны артыу, юл-транспорт инфраструктураһының етерлек кимәлдә үҫешмәүе һәм иң ҡыҙғанысы – водителдәр һәм йәйәүлеләрҙең вайымһыҙлығы һәм яуапһыҙлығы арҡаһында юлдарҙа авариялар булып тора, ғүмерҙәр өҙөлә.

Йыл һайын ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе Юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип билдәләнә. Был ҡайғылы дата һәр беребеҙгә юлда һаҡ, иғтибарлы булыу кәрәклеген йәнә бер ҡат иҫкәртә. Ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк, талаптарҙы инҡар итмәйек!

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ! Һаҡ булығыҙ, ашыҡмағыҙ!

 

Автор:Гөлназ Салауатова
Читайте нас