Баш ҡаланың хоҡуҡ һаҡсылары педофил тип фаразланған ирҙе эҙләүгә биргән, тип хәбәр итә "Башинформ" яңылыҡтар сығанағы. Унда яҙылыуынса, 26 ноябрь көндөҙгө сәғәт 3-4 араһында Транспорт урамында шикле әҙәм уҡыусы ҡыҙ артынан килеп, подъезға ингән.
Артабан таныш булмаған кеше 11-12 йәштәрҙәге ҡыҙ бала менән лифтҡа бергә ингән. Ишек ябылғас, ул ҡыҙға бәйләнгән, ҡулдары менән ҡағыла башлаған. Лифт ишеге асылып китеүе һиҫкәндерепме, ир төшөп ҡалған. Уҡыусы был хәл тураһында ата-әсәһенә һөйләгән. Улар үҙ сиратында полицияға ғариза яҙған.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары, фотоны нигеҙ итеп алып, шул ирҙе эҙләй.
Ирҙең билдәләре: 20-25 йәштәр тирәһендә, уртаса кәүҙәле. Өҫтөнә кәләпүшле ҡара күк төҫтә куртка, ҡара спорт салбары кейгән, аяғында - ҡара кроссовка.
Фото: социаль селтәрҙән.
Сығанаҡ: "Башинформ".