

26 ноябрҙә Өфөлә Транспорт урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендәге лифтта 11 йәшлек уҡыусы балаға бәйләнгән, уның шәхси биләмәһен боҙған билдәһеҙ ирҙе хоҡуҡ һаҡсыларының эҙләүгә биреүе тураһында яҙғайныҡ. Бәхеткә күрә, ир ҡыҙға зыян күрһәтеп өлгөрмәй, лифт асыла һәм ул ҡасып китә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре камера яҙмаларын өйрәнеп, шаһиттарҙан һорашып, ғәйепләнеүсенең күрше йорттарҙың береһендә йәшәүен асыҡлаған. Ә ир, үҙен эҙләүҙәре хаҡында ишеткәс, ҡасып, тыуған яғына юлланырға уйлаған.
Енәйәттә ғәйепләнеүсене алдағы көндәрҙә аэропортта эләктергәндәр. Ирҙең мәғлүмәттәре буйынса, уға 25 йәш, Башҡортостанға Бүрәт Республикаһынан йәйгә аҡса эшләргә килгән, ғаилә ҡормаған.
Үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған ул. Ни өсөн балаға бәйләнеүе тураһындағы һорауға, мин уны олораҡтыр тип уйлағайным, тип яуаплаған. Әлеге мәлдә ирҙең бәлиғ булмағандарға ҡарата ошоға оҡшаш ҡылыҡтары булғанмы-юҡмы икәнлеге тикшерелә, шулай уҡ ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алыу мәсьәләһе хәл ителә.
Фото: Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты.