Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Ғинуар 2023, 14:30

"Һеҙҙең улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле..."

Һеҙгә шулай тип шылтыратһалар, нимә эшләргә?

"Һеҙҙең улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле..."
"Һеҙҙең улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле..."

Башҡортостанда алдаҡ юл менән аҡса эшләргә яратҡан аферистарҙы тотҡандар: улар - 32 йәшлек Иглин кешеһе һәм Өфөнән уның 17 йәшлек ярҙамсыһы. Был икәү ошондай схема буйынса эшләгән: үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡсылары тип танытып, "Һеҙҙең улығыҙ юл һәләкәтендә ғәйепле" тип шылтыратҡандар һәм, ниндәйҙер сумма аҡса түләнһә, ярҙам итә аласаҡтары тураһында белдергәндәр.

Шул юл менән улар Бәләбәйҙәге 79 йәшлек әсәне лә алдаған - ҡатын 80 мең һумын курьер аша биреп ебәргән. Шул уҡ Бәләбәйҙә икенсе ҡатын 290 мең һумын аферистарға тотторған. Алданғандарын аңлағас ҡына, полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән улар.

Әлеге ваҡытта ҡулға алынған мутлашыусыларҙан һорау алына. Улар менән социаль селтәр аша кемдер берәү етәкселек иткәнлеге мәғлүм. Ул курьерҙарға кемдән аҡса алырға кәрәклеген билдәләп ултырған.

Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был эш буйынса башҡа шикле ҡатнашыусыларҙы ла эҙләйҙәр, хәл-ваҡиғаның нисек булғанлығын асыҡлайҙар.

Фото:sportishka.com

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: