Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Февраль 2023, 22:00

Энергетик эсеп үлә яҙған...

Туғандары үҫмерҙе үлемесле хәлдә таба...

Энергетик эсеп үлә яҙған...
Энергетик эсеп үлә яҙған...

Өфөлә мәктәп уҡыусыһы көс өҫтәй, йәнәһе лә, энергия арттыра тип нарыҡланған эсемлектәрҙе күп эсеп, реанимацияға эләккән, тип хәбәр итә "Башкирия/Online" порталы.

Был ваҡытта 15 йәшлек үҫмер йортта яңғыҙы ҡала: ата-әсәһе эш буйынса Төркиәгә осҡан, ә бәләкәй ҡустыларын өләсәһе алып ҡайтҡан. Сноуборд менән шөғөлләнгән малай, күберәк көс-хәл йыйырға уйлап, бер нисә банка энергетик эсә, һөҙөмтәһе аяныслы - хәлһеҙләнеп йығыла…

Хәл-әхүәл белергә килгән туғандары үҫмерҙе үлемесле хәлдә күрә һәм "Ашығыс ярҙам" саҡырта. Табиптар асыҡлауынса, малайҙың ҡанындағы шәкәр бер нисә тапҡырға артып киткән була. Белгестәр был эсемлектәрҙең организмға ҙур зыян килтереүе хаҡында гел иҫкәртә. Энергетик тип аталған химия тулы был эсемлекте эскән һайын кешенең үҙ көсө кәмей, ти улар. Хәлһеҙлек, оҙайлы депрессия ыҙалата башлай. Етмәһә, ылығыу барлыҡҡа килә. Кешенең иммунитеты төшә, йоҡоһоҙлоҡ йонсота, бауырға, бөйөргә, йөрәккә ҙур зыян килә.

Ә бына үҙең әҙерләгән лимонлы һыу, йәшел, имбирлы сәй, цикорий кеүек эсемлектәр көс өҫтәп кенә ҡалмай, организм өсөн дә бик файҙалы, ти белгестәр. Ошолар тураһында мәғлүмәтте балаларыбыҙға бәләкәс саҡтарынан һеңдереү мөһим икәнен иҫтән сығармаһаҡ ине.

Фото: "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: