Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
31 Май 2023, 12:30

Уяулығы ҙур бәләнән ҡотҡарған

Нефтекама полицияһы банк хеҙмәткәренә рәхмәт белдерҙе

Уяулығы ҙур бәләнән ҡотҡарған
Уяулығы ҙур бәләнән ҡотҡарған

Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлек начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полиция майоры Динар Хәбибуллин банк учреждениеһына бара.

Осрашыу өсөн сәбәбе яҡшы ваҡиғаға бәйле. Банк хеҙмәткәре Регина Ғәлиуллина клиент менән эшләгәндә уның үҙен сәйер тотоуына иғтибар итә. Ир тулҡынлана, кем менәндер телефон аша һөйләшә. Регина Мөҙәрис ҡыҙы, Нефтекамала йәшәүсегә кемдер күрһәтмәләр биреүен аңлап, бер нисә һорауға яуап биреүҙе һорай. Тәжрибәле клиент менеджерына ирҙең мөрәжәғәт итеүенең ысын сәбәбен асыҡлау ауырлыҡ тыуҙырмай – бәйләнештә мутлашыусылар һәм граждандарға ситтән идара итеүселәр була. Банк хеҙмәткәре, кредитты рәсмиләштереүҙе туҡтатып, енәйәткә юл ҡуймай һәм Нефтекама кешеһен күңелһеҙ хәлдән ҡотҡара.

Динар Фаил улы Регина Ғәлиуллинаға Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге коллективы исеменән әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм эске эштәр органдарына мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын файҙаланып ҡылынған енәйәттәрҙе иҫкәртеүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул банк хеҙмәткәренең дөрөҫ эшмәкәрлеге өлгө алырлыҡ, тип билдәләне.

Билдәле булыуынса, банк карталарынан мутлашыу һәм урлау проблемаһы бөгөнгө көндә көнүҙәк булып ҡала. Граждандарҙы уяу булырға һәм дистанцион енәйәттәргә ҡаршы көрәштә ярҙам итергә саҡырабыҙ.

Сөмбөл Вәлиева,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: