Хәүефһеҙлек
17 Июнь 2023, 06:00

Тәжрибәле мотоуҙышсы һәләкәткә тарыған

 Ул 30 метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшкән 

Тәжрибәле мотоуҙышсы һәләкәткә тарығанТәжрибәле мотоуҙышсы һәләкәткә тарыған
Тәжрибәле мотоуҙышсы һәләкәткә тарыған

"59 йәшлек ир Стәрлетамаҡ - Раевка трассаһы яғында мотоциклда  хәрәкәт иткәндә ҡаянан Ҡуғанаҡ йылғаһы ярына ҡолаған", - тип хәбәр итә дәүләт автоинспекцияһы.

Һөҙөмтәлә байкер ауыр йәрәхәт ала һәм ашығыс ярҙам табиптары килгәнсе вафат була. Аҙаҡ уның 40 йыллыҡ водитель стажы булған тәжрибәле мотоциклсы-уҙышсы икәнлеге асыҡланған.

Ҡайҙа булғанда ла, иғтибарлы, һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Тәжрибәле мотоуҙышсы һәләкәткә тарыған
Тәжрибәле мотоуҙышсы һәләкәткә тарыған
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас