

Бөгөн, 2 декабрҙә, төндә бер аҙ ҡар, епшек ҡар яуҙы, урыны менән сымдарға һәм ағастарға ҡар һырый, юлдарҙы боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары ҡаплай. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3...-8, көндөҙ 0...-1 градус.
3 декабрҙә төндә минус 11-гә тиклем һыуыта, көндөҙ – - 4 ...-1 градус, аяҙ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ла көслө ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы, сымдарға, ағас ботаҡтарына ҡар ятыуы тураһында иҫкәртә.
Юлдағылар, һаҡ йөрөгөҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
А. Дауытовтың видеояҙмаһы.