Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Февраль , 19:00

16 йәшлек үҫмер шундай яман эштәр ҡылған...

 Быны ул Башҡортостанға Ырымбур яғынан килеп башҡарған

16 йәшлек үҫмер шундай яман эштәр ҡылған...
16 йәшлек үҫмер шундай яман эштәр ҡылған...

Уғрыларҙың «Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына эләкте» тоҙағына эләгеүсе ҡорбандар осрап тора. Ырымбур өлкәһенән 16 йәшлек үҫмер Башҡортостанда ике пенсионерҙы тишек шоманға ултырта, уларҙың 480 мең һум аҡсаһына “айыу майы һөртә”. Ул Бәләбәй районында йәшәгән 79 йәшлек ҡатынға шылтыратып, пенсионерҙың ҡыҙының аварияға ҡыҫылышы барлығын дәлилләй. Енәйәт яуаплылығына тарттырмаҫ өсөн аҡса талап итә. Яҡындарының киләсәге өсөн ҡурҡҡан ҡатын 150 мең һум аҡса йыя һәм уны курьерға тапшыра.

Артабан Бишбүләк районында йәшәгән 80 йәшлек ҡатын мутлашыусының ҡорбаны була. Ейәнен енәйәт яуаплылығынан һаҡлап алып ҡалыу ниәтендә пенсионер курьерға 380 мең һум күләмендә аҡса тоттора.

Уғры  тағы бер ҡатынды 100 мең һумға һемәйтергә план ҡорған, әммә уны тормошҡа ашырып өлгөрмәй. Ҡулға алынған үҫмергә енәйәт эше ҡуҙғатылған, ул үҙ ғәйебен таныған.

Мут әҙәмдәрҙең төрлө схема ҡулланыуҙарын белә-күрә уларҙың тоҙағына яңынан-яңы кешеләр килеп ҡаба. Күбеһенсә оло йәштәгеләр. Һәр мәғлүмәтте ентекләп тикшермәй тороп, ниндәйҙер иҫәпкә аҡса күсерергә ашыҡмағыҙ, ят номерҙан шылтыратһалар, бөтөнләй алмағыҙ, тип иҫкәртә хоҡуҡ һаҡсылары.

16 йәшлек үҫмер шундай яман эштәр ҡылған...
16 йәшлек үҫмер шундай яман эштәр ҡылған...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: