Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Март , 01:20

Андрей Назаров Мәскәү янындағы ҡот осҡос фажиғә сәбәпле ҡайғы уртаҡлашты

Енәйәтселәр бер ғәйепһеҙ граждандарҙы атҡан, яраланыусылар, һәләк булыусылар бар, бина ут менән ялмап алынған.

Андрей Назаров Мәскәү янындағы ҡот осҡос фажиғә сәбәпле ҡайғы уртаҡлашты
Андрей Назаров Мәскәү янындағы ҡот осҡос фажиғә сәбәпле ҡайғы уртаҡлашты

Андрей Назаров: “Мәскәү янынан ҡурҡыныс хәбәрҙәр килә – “Крокус Сити Холл”да ҡот осҡос теракт булған. Енәйәтселәр бер ғәйепһеҙ граждандарҙы атҡан, яраланыусылар, һәләк булыусылар бар, бина ут менән ялмап алынған.

Аңлы рәүештә күп кешене үлтереү бер ниндәй маҡсатты ла аҡлай алмай. Зыян күреүселәрҙең ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашам. Башҡортостан бола һәм паника тыуҙырыуҙы маҡсат иткән фажиғәнең бар ҡайғыһын һәм һәм ауырлығын уртаҡлаша. Әммә енәйәтселәр үҙ маҡсаттарына өлгәшә алмаясаҡ. Әлегә бар көс кешеләрҙе ҡотҡарыуға йүнәлтелгән”.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: