Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Май , 13:30

Көслө елдә зыян күреүселәр байтаҡ

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта ярҙам һорап 112 һандарына шылтыратығыҙ

Көслө елдә зыян күреүселәр байтаҡ
Көслө елдә зыян күреүселәр байтаҡ

6 майҙа республикала булған көслө ел урыны менән секундына 23 метр тиҙлеккә еткән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына төрлө конструкциялар һәм ағастарҙың ҡолауы осраҡтары буйынса бөтәһе 87 хәбәр килгән. Ел һөҙөмтәһендә 21 ағас ҡолауы теркәлгән, 16 автомобиль зыян күргән.

Тәбиғәт ғәрәсәте эҙемтәһендә Өфө ҡалаһының Иҫке Турбаҫлы торама пунктында 145-се мәктәп бинаһының ҡыйығы өлөшләтә емерелә. Зыян күреүселәр юҡ.

Шулай уҡ Өфөләге төҙөлөш объектында ҡойманың ҡолауы һөҙөмтәһендә ҡатын зыян күргән. Ул еңелсә ауырлыҡтағы йәрәхәттәр ала, тикшереүҙәрҙән һуң амбулатор дауалауға ебәрелә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Иглин, Туймазы, Благовещен һәм Дәүләкән райондарында электр энергияһын һүндереү менән бәйле биш хәл контролдә тотола. 17 тораҡ пункт электр утһыҙ ҡалған, энергетиктар бригадалары урында эшләй, мәсьәлә хәл ителә. Ведомство дөйөм хәлде контролдә тота.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта ярҙам һорап 112 һандарына шылтыратығыҙ.

Фото: https://t.me/c/1601276259/17295

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: