Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Май , 22:35

Минең исемдән Телеграмға яҙалар

Бер кемгә лә яуап бирмәгеҙ, ти Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов. 

Минең исемдән Телеграмға яҙалар
Минең исемдән Телеграмға яҙалар

Башҡортостан Журналистар союзы рәйесенең аккаунтын емергәндәр.

“Российская газета”ның Новосибирск филиалы редакторы Нина Рузанова “Башинформ”ға бер мәғлүмәтте тикшереү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән.

Уның һүҙҙәренсә, уның хеҙмәттәше Наталия Решетниковаға Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов ҡул ҡуйған шундай йөкмәткеле хәбәр килгән: “Ул хәүефһеҙлек буйынса беҙҙең куратор. Комиссия менән бергә документтар тикшереү менән шөғөлләнә, хеҙмәткәрҙәр тураһында мәғлүмәт туплай. Тикшереү ваҡытында һеҙҙең менән ҡыҙыҡһындылар. Мин, әлбиттә, ыңғай характеристика бирҙем. Һәр хәлдә, һеҙҙе лә, мине лә ҡабаттан саҡыртырға мөмкиндәр”.

“Минең исемдән Телеграмға яҙалар. Бер кемгә лә яуап бирмәгеҙ, шунда уҡ блокка ҡуйығыҙ”, тип комментарий бирҙе Вәдүт Исхаҡов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: шикле аккаунттарҙы асмағыҙ, смс-хәбәрҙәргә яуап бирмәгеҙ, шунда уҡ уны ябығыҙ.

Алдан “Башинформ” алдаҡсыларҙың Башҡортостандағы бер район башлығының ялған аккаунтын булдырыуҙары тураһында хәбәр иткәйне. Һаҡ булығыҙ! Алданмағыҙ!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: