Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
30 Май , 23:55

Баланы тапатҡан...

Ҡыҙ аңына килә алмайынса йән биргән

Баланы тапатҡан...
Баланы тапатҡан...

Ҡыҙ аңына килә алмайынса йән биргән

Бөгөн кис Мәләүездә фажиғәле хәл булған: ихатанан оло юлға сығып барған “Лада Приора” водителе 7 йәшлек ҡыҙҙы аңғармайынса тапатҡан. Водитель - 27 йәшлек Баҡалы районы кешеһе.

Юл һәләкәтендә зыян күргән ауыр яралы баланы дауаханаға килтергәндәр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмағандар. Сәғәт туғыҙҙарҙа ҡыҙ аңына килмәйенсә йән биргән.

Юл-транспорт һәләкәте буйынса тикшереү бара.

Водителдәр, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, йәйәүлеләргә иғтибарлы булығыҙ!

Фото:

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: