Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июль , 08:00

Батып барған дүрт кешене ҡотҡарғандар

Ҡараңғы төн. Унан да, бынан да "Зинһар, ярҙам итегеҙ!" тип ҡысҡырған тауыштар ишетелә...

Батып барған дүрт кешене ҡотҡарғандар
Батып барған дүрт кешене ҡотҡарғандар
14 июлдән 15 июлгә ҡараған төндә Бөрйән районында Ағиҙелдең көслө ағымында катамаран түңкәрелеп, ундағы кешеләрҙең ағып китеүе, ярай әле барыһының да ҡотҡарыу жилеты кейгән булыуы арҡаһында шунда уҡ батмауҙары, артабан ҡотҡарыусылар килеп етеп үлемдән алып ҡалыуҙары тураһында хәбәр таралғайны.
 
Әле бәләгә тарыусыларға иң беренсе ярҙам ҡулын һуҙған ир-егеттәр тураһында билдәле булды. Улар - ошо Мәндәғол ауылында йәшәгән Айгиз һәм Нияз Ибраһимовтар. Был хаҡта райондың "Таң" гәзите сайтында яҙып сыҡтылар.

"Һуңғы көндәрҙә яуған көслө ямғырҙар сәбәпле, Ағиҙел йылғаһының кимәле ныҡ күтәрелде, сөнки башҡа бәләкәйерәк йылғалар ҙа ташҡайны.

14 июлдән 15 июлгә ҡараған төндә дүрт турист туҡтаған урындарынан икенсе яҡ ярға кәмәлә йөҙөп сығырға була. Әммә көслө ағым уларҙың кәмәһен түңкәрә. Һыуға ҡолап төшкән туристар ағым ыңғайына ағып килеп, ярҙағы ағас ботаҡтарына тотоноп ҡалып, кешеләрҙе ярҙамға саҡыра.

Мәндәғол ауылында йәшәүсе ике туған ағалы-ҡустылы Айгиз һәм Нияз Ибраһимовтар ҡысҡырышҡан тауыштарҙы ишетеп, тиҙ арала моторлы кәмәләре менән йылғаға төшә. Бәхеткә күрә, Айгиз тышҡа бысҡыһын ҡарарға сыҡҡан була, тап шул мәлдә ярҙам һорап ҡысҡырған тауыштарҙы ишетә.

- Һуңғы бер нисә сәғәт эсендә һыуҙың кимәле ныҡ күтәрелде. Яр буйындағы “Азимут” турбазаһын һыу баҫты. 10 кешенән торған бер төркөм кешеләр Мәндәғол яғына кәмәләрҙә сығырға хәл итә. Алты кеше имен генә сығып еткән. Ҡалған дүрт кеше бәләкәй тимер кәмәлә сығырға була, әммә көслө ағымға эләгә. Берәүһе тынысыраҡ ағымға эләгеп, яр буйына етәрәк арҡыры ятҡан ағасҡа йәбешеп ҡала. Йыйылып киткән халыҡ уны һөйрәп сығара. Ҡалған өсәүһе ташҡынға юлығып ағып барғандарында тирәктәргә эләгеп ҡалған. Тәүҙә икәүһен, аҙаҡ тағы берәүһен ҡотҡарҙыҡ. Өйгә индереп, йылындырып, сәй эсереп, ҡуртымға алған өйҙәренә оҙатып ҡуйҙыҡ. Иң мөһиме, ҡулыбыҙҙан, хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙып, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып ҡала алғаныбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Донъяларыбыҙ имен, үҙебеҙ һау булайыҡ”, - тип хәбәр итте Нияз.

Туристар үҙҙәренең ҡотҡарыусыларына килеп: “Бөгөн беҙҙең тағы бер тыуған көнөбөҙ”, - тип оло рәхмәттәрен белдереп киткән.

Районыбыҙҙа оло фажиғәгә юл ҡуймай, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалған изге күңелле, ярҙамсыл Бөрйән егеттәренә афарин! Батыр йөрәкле райондаштарыбыҙҙы халыҡ белергә тейеш, улар ысын мәғәнәһендә геройҙар", - тип яҙылған унда.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: