Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июль , 17:00

Ҡот осҡос видео: ҡатын машинала ҡыҙ баланы бәрҙергән

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында рулдә ҡатын-ҡыҙ булған автомобиль ҙур тиҙлектә пиццерия алдына килеп инә...

Ватсапта, телеграмда таралған видеояҙмала күренеүенсә, урам буйлап килгән "ВАЗ 2107" машинаһы пиццерия террасаһына борола. Хатта бер аҙ тиҙлеген кәметеп, яйлай ҙа. Был мәлдә яҡындағы бинанан үҫмер ҡыҙ килеп сыға. Ҡапыл машина шәбәйеп, уны артынан төрттөрә һәм көс менән алдағы ҡоролмаға килтереп бәрә.

Бахыр ҡыҙ бала һауаға осоп китә һәм ергә килеп төшә. Машинанан яулыҡлы ҡатын сығып, зыян күреүсене күтәреп торғоҙоп маташа. Уға икенсе берәү ярҙам итә... 

Хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙҙың умыртҡа һөйәге һынған. Ә рулдәге ҡатын тормоз менән газ педалдәрен бутаған. Ниндәй сәбәп булһа ла, бик ҡурҡыныс хәл. Ҡыҙыҡайға тиҙерәк йүнәлеүен теләйбеҙ. 

Юлда, урамда һаҡ булығыҙ, ә машина йөрөткәндәргә икеләтә иғтибарлы булырға кәрәк. Улар ҡулында кеше ғүмерҙәре бит. Өҫтәүенә йәрәхәттәр алған кешене урынынан ҡуҙғатырға, торғоҙорға маташырға ярамай. Улай эшләп, уның һаулығына тик зыян ғына килтерергә мөмкин.

Видео: ватсап.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: