Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Июль , 15:00

Һыуҙа 12 сәғәт буйы ҡотҡарғандарын көткән!

Ир бүрәнәгә йәбешеп төн сыҡҡан. Иртән...

Һыуҙа 12 сәғәт буйы ҡотҡарғандарын көткән!
Һыуҙа 12 сәғәт буйы ҡотҡарғандарын көткән!

Бер ирҙең бәхете бар икән! Өфөлә 42 йәшлек ир "Ҡояшлы" пляжында ял итә, һыу инә. Әммә ниңәлер сит кеше кәмәһенә ултырып ҡырағай пляжға килә һәм унда алкоголь эсеп ял итеүен дауам итә.

Кис был урында кәмәле бер кеше лә ҡалмай, ә ир кеҫә телефонын һаҙлыҡлы ерҙә буръяҡ һыуға төшөрөп ебәрә. Бисара уны эҙләй башлай һәм шул батҡаҡҡа ҡолап төшә, тик кире сыға алмай. Ярай әле унда бер бүрәнәгә йәбешә лә 12 сәғәт буйы шуға тотоноп тора. 

Бәхеткә күрә, иртән уны кешеләр ишетеп, ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Ирҙе ҡамауҙан сығаралар һәм ярға кәрәкле ергә алып баралар. Бәләгә тарыусы медицина ярҙамынан баш тарта.

Бәхетенә күрә, ул иҫән ҡала, әллә ни зыян да күрмәй. Әммә эскән килеш ят-сит урында һыу төшмәҫ бынан ары тип ышанғы килә.

Һаҡ булығыҙ! Көн дә кешеләр батып үлә, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: https://vk.com/myufa

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: