Хәүефһеҙлек
23 Сентябрь 2024, 15:00

Янғында йәш ир һәләк булған

Ҡот осҡос янғын Ишембай районында булған.

Янғында йәш ир һәләк булғанЯнғында йәш ир һәләк булған
Янғында йәш ир һәләк булған

Ҡот осҡос янғын Ишембай районында булған.

Фажиғә Ишембай районының Маҡар ауылында  теркәлгән. Ағас йорт янып китеп, унда йәшәгән 36 йәшлек ир һәләк булған. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығы хәбәр итә.

Ваҡиға урынына тикшереү оператив төркөм сыҡҡан, әлеге ваҡытта янғын сәбәбе асыҡлана.

Ут яғылған мейесте, электр, газ ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, төҙөк булмаған электр, газ ҡорамалдарын ҡулланмағыҙ, ятҡан ерҙә тәмәке тартмағыҙ – ут менән эш иткәндә иғтибарлы булығыҙ, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.

Фото: МЧС.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас