Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Сентябрь , 22:30

Дихлофостан ағыуланғандар, тигән фараз да бар

Бала ҡайғылары күрһәтмәһен...

Дихлофостан ағыуланғандар, тигән фараз да бар
Дихлофостан ағыуланғандар, тигән фараз да бар

Красноярск крайында күп балалы ғаиләлә дүрт бала магазиндан алынған тауыҡ ите һәм билмән ашағандан һуң ағыуланып үлгән тип яҙғайныҡ. Әле килеп ағыуланыуҙың сәбәбе дихлофос булырға ла мөмкин, тип хәбәр итәләр. Тикшереү эштәре дауам итә.

Өйҙө даими рәүештә себен-серәкәйгә ҡаршы дихлофос һиптереп торғандар. Һуңғы тапҡыр уның менән 20 сентябрҙә эшкәрткәндәр.

Елләтелмәгән өйҙә ятып йоҡлаған балалар иртәнсәк үҙҙәрен насар тойған, эстәренең аҫҡы өлөшө ауыртыуға зарланған. Тәүҙә иң бәләкәстәре – 6 йәшлек Арина иҫтән яҙа. Был ваҡытта атайҙары уны дауааханаға илтеү өсөн күтәреп машинаға табан китеп барған була. Һуңынан башҡалары ла иҫтән яҙа башлай.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе лә йүнәлә алмай...

Ата-әсә әле дауаханала табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында. Уларҙан кисә һорау алғандар.

Бик ауыр ҡайғы, бындайҙы берәүгә лә күрмәтмәһен...

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: