Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
24 Сентябрь , 14:15

Енәйәттә ҡатнашыусы булып ҡуймағыҙ

Уларҙы дроппер тип атайҙар. Һәм шулай уҡ язаға тарттырыуҙары бар.

Мутлашыусылар үҙҙәренең банк иҫәптәрен енәйәт схемаларында күрһәтмәҫкә тырыша. Улар алдау юлы менән талаған ҡорбанынан аҡса алған дроппер — аралашсыларҙы ҡуллана. Шулай итеп, мутлашыусылар эҙҙәрен юйып, шәхси карталарын яптырыуҙан ҡаса.

Мутлашыусыларҙың дропперҙарҙы нисек эҙләүен, наҙанлыҡ арҡаһында енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашырға йәлеп итеүҙәрен һәм бындай аралашсылыҡ нимә менән янағанын аңлатабыҙ.

Дропперҙарҙың бурысы (ҡайһы берҙә уларҙы ябай ғына итеп дроптар тип атайҙар) – мутлашыусылар өсөн пәрҙә булыу. Улар үҙҙәренең карталары һәм иҫәптәре аша алданыу ҡорбандарынан аҡса ала. Һуңынан урланған суммаларҙы күсерәләр йәки уларҙы енәйәтте ойоштороусыларға ҡулаҡса менән тапшыралар.

Әгәр мутлашыу асыҡланһа, тәү сиратта аралашсы хәүеф аҫтында ҡала. Үҙ эше өсөн дропперҙар комиссия йәки бер тапҡыр түләнә торған билдәләнгән түләү ала. Йыш ҡына улар легаль булмаған нәмәлә ҡатнашыуҙарын да һиҙмәй.

Алданыу ҡорбаны аҡсаны дропперға күсерә. Тап уны ул енәйәтсе тип һанай булған хәл тураһында үҙ банкыһына хәбәр итә һәм полицияға ғариза бирә. Банктар һәм полиция мутлыҡ схемаларында ҡатнашҡан кешенең мәғлүмәттәрен Рәсәй Банкы алып барған берҙәм дропперҙар базаһына тапшыра. Был базаға илдең һәр банкы тоташтырылған. Кеше уға эләккәндә, уның бөтә карталары ла блокка ҡуйыла.

Әгәр мутлашыусыларҙың ҡорбаны полицияға ғариза бирһә йәки судҡа мөрәжәғәт итһә, дроппер өсөн эҙемтәләр тағы ла етдиерәк буласаҡ — зыян күреүсе күсергән аҡсаны кире ҡайтарырға тура киләсәк, шулай уҡ төрмәгә эләгеү хәүефе бар.

Әгәр һеҙ дроппер йәки дроппер булмайынса, ошондай мутлыҡтарға ылыҡтырылып, төрлө сикләүҙәргә дусар булғанһығыҙ икән, полицияға, үҙ банкығыҙға йәки Рәсәй Банкының интернет-ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Сығанаҡ: МВД. 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: