Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Сентябрь , 14:00

Тыуған көнөнә тиклем ике аҙна ғына ҡалған була...

“Йөрөп киләм” тип сығып киткән 16 йәшлек үҫмерҙең яҡындары бер нисә сәғәттән ҡот осҡос хәбәр ала.

Тыуған көнөнә тиклем ике аҙна ғына ҡалған була...
Тыуған көнөнә тиклем ике аҙна ғына ҡалған була...

КП-Өфө хәбәр итеүенсә, 22 сентябрҙә төндә Салауат ҡалаһындағы аварияла 16 йәшлек егет һәләк була. Республика дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, ҡот осҡос хәл Салауат Юлаев урамында теркәлә.

“Лада Гранта” менән идара иткән водитель йәйәүлеләр аша юлдан сығып барған егетте бәрҙерә. Һөҙөмтәлә ауыр йәрәхәттәр алған үҫмер дауаханаға оҙатыла, тик бер нисә сәғәттән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, реанимацияла йән бирә.

Һәләк булыусы егет Салауат индустриаль колледжында икенсе курста белем алған. Уҡытыусылары һәм курсташтары уны тик яҡшы яҡтан иҫкә ала: Илья (исеме үҙгәртелде) яҡшы уҡыған, колледжда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, спорт менән шөғөлләнгән.

Дуҫтары һөйләүенсә, авария көнөндә үҫмер тәүҙә компьютерҙа уйнаған, ә һуңынан велосипедта йөрөргә сыҡҡан. Тик бер нисә сәғәт үткәс, улар авария тураһында ҡот осҡос хәбәр ала.

– Был хәлгә ышана алмайым. Барыбыҙға ла ауыр, Ильяның ҡыҙы илай ҙа илай. Әсәһе ни кисерәлер, күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын... – ти һәләк булыусының дуҫы.

Әлегә үҫмерҙең яҡындары уны һуңғы юлға оҙатырға әҙерләнә. Шул уҡ ваҡытта юл автоинспекторҙары аварияның сәбәбен асыҡлау менән мәшғүл.

Йәш егеттең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: ГАИ, шәхси архив.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: