Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
4 Октябрь , 13:30

"Болгарка" дискыһы осоп сығып ирҙең муйынына ҡаҙалған

Башҡортостандан 58 йәшлек ир хужалыҡ эштәре менән булышҡан...

"Болгарка" дискыһы осоп сығып ирҙең муйынына ҡаҙалған
"Болгарка" дискыһы осоп сығып ирҙең муйынына ҡаҙалған

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡурҡыныс хәл тураһында яҙған.

Нефтекама хирургтары «болгарка» менән эшләгәндә бәләгә тарыған 58 йәшлек ирҙе ҡотҡарған. Эш мәлендә электр ҡорамалының дискы осоп сығып, кешенең муйынына ҡаҙалған - трахеяһын, боғаҙ кимерсәген, елкә мускулдарын, тауыш ярыларын йәрәхәтләгән.  

Иргә тиҙ арала операция яһағандар. Ул бик ҡатмарлы булған. Тырышлыҡтары арҡаһында пациенттың ғүмере генә ҡотҡарылмаған, уның һөйләшеү һәләте лә һаҡланып ҡалған. 

Министр ошо хәлде бәйән итеп, был электр ҡорамалының бик хәүефле икәнен, уның менән эшләгәндә һаҡ булырға кәрәклеген иҫкәрткән.

Ысынлап та, ул бик ҡурҡыныс яралар ҡалдыра. Бер нисә йыл элек Йылайырҙа "болгарка" менән өй төҙөп йөрөгән егет һәләк булғайны. Һаҡ булығыҙ!

Фото: Ксения Калинина/"Башинформ".

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: