Һуңғы ике тәүлектә Ҡояштың әүҙемлеге артты, әммә уның бындай ҡеүәтле шартлау өсөн етерлек энергия туплай алыуы хатта ғалимдар өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Ҡояшта шартлау булып, плазма болото барлыҡҡа килгән урын уның ҡап үҙәгендә, Ҡояш - Ер һыҙаты тапҡырында ғына. Тимәк, утлы болот беҙҙең планета яғына оса.
Белгестәр фекеренсә, триллион тонналыҡ шартлауҙан барлыҡҡа килгән магнит дауылы 3 октябрҙә 21:00 сәғәттә башланған һәм ике тәүлек самаһы дауам итәсәк. Беренсе пик 4 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 11-ҙә, икенсеһе 5 октябрҙән 6-һына ҡараған төндә. Әммә уның эҙемтәһе 6 һәм 7 октябрҙә лә һиҙеләсәк.
Был магнит дауылы электроника эшенә йоғонто яһай. Интернет, мобиль телефондар насар эшләргә мөмкин. Шулай уҡ кешеләр һаулығына ла кире тәьҫир һиҙелеүе ихтимал, сөнки беҙҙең тәндә лә бәләкәй электр зарядтары бар.
Айырыуса юғары ҡан баҫымы, йөрәк ауырыуҙары менән интегеүселәр, һаҡ булығыҙ! Тахикардия, инфаркт, инсульт хәүефе артыуы, хәлһеҙлек, баш ауыртыу, ҡан баҫымы күтәрелеү, йоҡоһоҙлоҡ яфалауы ихтимал. Табиптар күберәк һыу эсергә һәм тоҙҙо кәметергә кәңәш итә. Ауыр эш башҡармай тороғоҙ.
Магнит дауылының көсө төн уртаһына тура килгәс, ҡул аҫтында тиҙ ярҙам итерлек дарыуҙар тотоғоҙ йә "Ашығыс ярҙам" саҡыртырға әҙер булығыҙ.
Фото: Z03/ZUMAPRESS.COM/GLOBALLOOKPRESS